Рабочая программа 5-9 кл

“Башҡорт теле” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре
Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре
булып түбәндәгеләр тора:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади
һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу
процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу
тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек
күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле
грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
 телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә
мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
 төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге,
жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
 төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү
(һайлап алыу, танышыу);
 төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән
компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн
әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
 һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә
аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте
үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;
мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
 стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе

сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
 алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең
эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп
әйтеү;
 тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
 төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст
төҙөй алыу;
 телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү
талаптарын һаҡлау;
 төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм
диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б;
төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;
 ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең
стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
 телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы
урынлы ҡулланыу;
 уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы
ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы
төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә
белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;
3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн
бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни
аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан
Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше

һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы,
һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик,
рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп
нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу
шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм
структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;
9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик
кимәлен баһалау.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе
5-се класс

Түбән синыфта үтелгәнде ҡабатлау.Һүҙ киҫәктәре-1
Исем. Сифат. Һан.Ҡылым-2
Һүҙбәйләнеш. Һүҙбәйләнеш төрҙәре-2
Һөйләм.Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр-1
Һөйләмдең баш киҫәктәре -1
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тултырыусы. Хәлдәр-2
Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәһе-2
Текст. Текстың мәғәнәһе бөтөн булыуы-1
Өндәш һүҙ. Ҡушма һөйләм-2
Тура телмәр. Тура телмәрҙә тыныш билдәләре-2
Фонетика. Һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Өн һәм хәреф. Алфавит
О, 0, ы, е һуҙынҡыларының дөрөҫ яҙылышы
Е, е, э, я, ю өн-хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы-7

Ижек. Уларҙың төрҙәре.Баҫым . Өндәрҙең оҡшашыуы-3
Лексика тураһында төшөнсә. Һүҙҙең күп мәғәнәлеге. Һүҙҙең күсмә мә ғәнәлелеге. Синонимдар.
Антонимдар-5
Һүҙьяһалыш. Тамыр һәм ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре. Тамыр һәм яһалма һүҙ. Ялғауҙарҙың дөрөҫ
яҙылышы. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары-8
Морфология. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем. Уның телмәрҙә ҡулланылышы. Исем. Уның
телмәрҙә ҡулланылышы. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең яһалышы. Яһалма исемдәр.
Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе парлау менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе бәйләү һәм
ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу-6
Ҡылым.Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Тамыр һәм нигеҙ
ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалышы. Ҡылымдың затлы формалары. Бойороҡ һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше.
Шарт һөйкәлеше. Теләк һөйкәлеше-11

6-сы класс
Әсә теле тураһында әңгәмә – 1с.
V кл. үтелгәндәрҙе ҡабатлау-2с.
Лексика-8с. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы. Башҡорт әҙәби теленең дөйөм
ҡулланылышлы һүҙҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-10с. Исем тураһында үтелгәнде ҡабатлау. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше.
Исемдәрҙең эйәлек заты, килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы.
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-6с. Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы.
Сифаттарҙың яһалыу юлдары. Төп һәм шартлы сифаттар.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-6с. Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары.Ябай
һәм ҡушма һандар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Һан төркөмсәләре.
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-5с. Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре,
грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре. Алмаштың һан һәм килеш менән үҙгәреүе.
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-24с. Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре.
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу-6с. Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре.
Синтаксик вазифалары. Рәүеш төркөмсәләре, яһалышы.
Теркәүестәр-3с. Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше.
Бәйләүестәр-4с. Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше.
Киҫәксәләр-4с. Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифаһы. Киҫәксәләрҙең бүленеше.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр-3с. Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә.
Ымлыҡтар-2с. Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифаһы. Төрҙәре.
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау -2с.

7-се класс (70 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Тел тураһында әңгәмә (1с.) Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
(3с.)
Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше(7с.) Һүҙбәйләнеш,
уның һөйләмдән айырмаһы, һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре тураһында төшөнсә. Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ.
Һүҙбәйләнештәрҙә баҫым.
Һөйләмдәге һүҙҙәр араһында теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле
бәйләнештәрҙең төрҙәре; башҡарылыу,йәнәшәлек, һөйкәлеү, эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнеше.
Текст, уның өлөштәре.
Ике составлы ябай һөйләмдәр (13с.) Ике составлы һөйләмдәр тураһында төшөнс
ә.
Һөйләмдең
баш
киҫәктәое. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе. Ябай һәм ҡушма хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Ҡушма хәбәрҙәр. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Өҫтәлмәлек. Улар
эргәһендә тыныш билдәләре. Тура һәм ситләтелгән тултырыусы.
Бер составлы һөйләмдәр (6с.) Бер составлы һөйләмдәр тураһында төшөнсә. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.
Кәм һөйләмдәр.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр (2с.) Тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында төшөнсә, кәм һөйләмдәрҙең айырмаһы.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр (5с.) Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр менән бәйләнеп
килгән тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Улар
эргәһендә тыныш билдәләре.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре (7с.) Айырымланыу тураһында төшөнсә. Эйәрсән киҫәктәрҙең
айырымланыуы. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Хәл әйтемдәре эргәһендә тыныш билдәләре. Айырымланған
эйәрсән киҫәктәр менән айырымланған хәл араһында оҡшашлыҡ һәм айырма.
Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр (4с.) Өндәш һүҙҙәр. Өндәш
һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре, уларҙың һөйләмдәге урыны. Өндәш һүҙҙәр янында тыныш билдәләре. Инеш
һүҙле, инеш һөйләмле һөйләмдәр.
Ымлыҡтар. . Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тура һәм ситләтелгән телмәр (4с.) Тура телмәр. Тура телмәр эсендә автор һүҙҙәре. Тура телмәрле һөйләмдәр
эргәһендә тыныш билдәләре. Ситләтелгән телмәр, уның тура телмәрҙән айырмаһы. Цитата. Уның янында тыныш
билдәләре. Диалог.
5-7 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау (4с.)

8-се класс (70 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 4 сәғәт
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр – 8 сәғәт
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесле теҙмә
ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре
Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу , уларҙы һөйләү һәм яҙма
телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр - 16 сәғәт
Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү ысулдары; 1) теркәүестәр 2)
бәйләүестәр 3) килеш ялғауҙары 4) интонация 5) мөнәсәбәт һүҙҙәр
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән
һөйләмдәр. Хәл һөйләмдәр – ваҡыт, урын, рәүеш, күләм-дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән
һөйләмдәр.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр –8 сәғәт
Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш
билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем
тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
Тыныш билдәләренең ҡуйылышы - 5 сәғәт.
Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау - 5 сәғәт

9-сы класс
Тел тураһында дөйөм төшөнсә – 9 сәғәт
Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Башҡорт теле – башҡорт халҡының
милли теле. Башҡорт әҙәби теле. Башҡа ҡәрҙәш төрки телдәр араһында башҡорт теленең урыны. Әҙәби тел һәм
диалект тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше. Ике
теллелек.
Башҡорт әҙәби теленең стилдәре – 6 сәғәт
Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре:йәнле һөйләү стиле, фәнни, рәсми (эш ҡағыҙҙары)
, эпистоляр(хаттар), публицистик стилдәр,күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле. Уларҙың төп үҙенсәлектәре.
Һүрәтләү саралары –4 сәғәт
Һүрәтләү саралары – күркәм әҙәбиәт стиле саралары. Эпитет, сағыштырыу, метафора, лексик һәм грамматик
синонимдар
V-IX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу.
Фонетика. Графика. Орфоэпия. Орфография. – 3 сәғәт
Фонетиканың төп төшөнсәләре. Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит. Башҡорт теленең алфавиты.
Башҡорт яҙыуы тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр. Һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәрҙең
сиратлашыуы. Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция. Һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография.
Орфографияның принциптары.
Лексика – 2 сәғәт.
Лексиканың төп төшөнсәләре. Башҡорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Хәҙерге осорҙа
башҡорт теле лексикаһының үҫеү юлдары. Башҡорт теле лексикаһының стилистик бүленеше. Төрлө ҡатлам
лексик берәмектәрҙең ҡулланыу үҙенсәлнктәре. Башҡорт теленең фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының
сығанаҡтары. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу. Аңлатмалы һүҙлек һәм уның төрҙәре.
Һүҙҙең төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Морфология. – 5 сәғәт.
Тамыр һүҙ һәм яһалма һүҙ. Һүҙ һәм форма яһаусы ялғауҙар. Һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡайһы бер ялғауҙарҙың күп
мәғәнәлеге, омоним ялғауҙар. Һүҙҙең яһалыу юлдары. Һүҙҙәрҙе составы, яһалышы һәм этимологик яҡтан
анализлау.Этимологик, һүҙьяһалыш һүҙлектәре.Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре системаһы. Һүҙҙәрҙе
һүҙ төркөмдәренә бүлеүҙең принциптары. Телмәрҙә үҙ аллы һәм ярҙамсы төркөмдәренең роле. Һүҙҙең грамматик
мәғәнәһе. Һүҙ төркөмдәренең төп категориялары. Һан, эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш. Килештәрҙең

мәғәнәләре. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың төрҙәре. Һөйкәлеш, зат, заман категорияларының һөйләмдәрҙе
төҙөүҙәге роле. Алмаштарҙың , рәүештәрҙең телмәрҙәге роле. Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәрҙең составы һәм
урыны. Һүҙҙәрҙең бер һүҙ төркөмөнән икенсеһенә күсеүе.
Синтаксис һәм пунктуация – 5 сәғәт.
Синтаксистың төп берәмектәре. Хәҙерге башҡорт теленең һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр системаһы.
Синтаксиста теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре, ысулдары. Синтаксик сараларҙың синонимия һәм
уларҙың стилистик биҙәктәре. Башҡорт телендә тыныш билдәләренең системаһы һәм уны ҡабатлау.


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».