04.01.2021
4 ғинуар көнө Ярғайыш ауылы клубы алдында Үрге Мәмбәтшә башланғыс мәктәбе уҡытыусылары Әлембәтова Р.С. ,Шаһивәлиева А.Ш.һәм клуб хеҙмәткәре тарафынан ойошторолған "Яңы йылда ғаилә уйындары -2021" фестиваленең мәктәп этабы булып үтте. Унда балалар ата - әсәләре менән бергәләшеп рәхәтләнеп йүгерҙеләр , төрлө спорт ярыштарында үҙ көстәрен һынанылар. Был сарала бөтәһе 37 кеше ҡатнашты .
Уйындар аҙағында һәр ғаиләгә күстәнәс һәм маҡтау ҡағыҙҙары бирелде.
Балалар ҙа , ата - әсәләрҙә яҡшы һәм күтәренке кәйеф менән таралыштылар .
Дата создания: 07.01.2021
Дата обновления: 07.01.2021
Дата публикации: 04.01.2021