Милли кейем көнө

16.04.2021

Башҡортостанда 16 апрелдә республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә.

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.Үрге Мәмбәтшә башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла Милли кейем көнөндә селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә йөрөнөләр.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 19.04.2021

Дата обновления: 19.04.2021

Дата публикации: 16.04.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».